МӘҒАРИФ
30 Марта 2022, 15:51

Туған телде өйрәнеүҙә яңы мөмкинлек

Электрон белем биреү ресурсында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» дәресе барлыҡҡа килде

Туған телде өйрәнеүҙә яңы мөмкинлекТуған телде өйрәнеүҙә яңы мөмкинлек
Туған телде өйрәнеүҙә яңы мөмкинлек

«Якласс» һанлы белем биреү ресурсы менән ҡулланыусылар хәҙер башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса материалдар менән ҡуллана ала. Электрон ресурста башҡорт теле буйынса 3105 эш иҫәпләнә, шул иҫәптән тестар, викториналар, контроль һәм ижади күнекмәләр. Контент 2021 йылдың ноябренән Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында «Якласс» һәм Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә булдырылды. Был - Рәсәйҙең ҙур һанлы платформалары араһында туған телдәрҙе өйрәнеү өлкәһендә беренсе проект.

Тәҡдим ителгән материал төп әүҙем лексик-грамматик структураларҙы һәм берәмектәрҙе даими ҡабатларға мөмкинлек бирә. Аныҡ темалар буйынса эштәрҙе (тестар, викториналар) үткән материалды тикшереүҙә лә, яңыһын өйрәнеүҙә лә ҡулланырға мөмкин. Уҡыу йылы башында, сирек һәм уҡыу йылы аҙағында, әҙер контроль эштәрҙе уҡыусылар белемен тикшереү өсөн файҙаланырға мөмкин. «Якласс»ты дистанциялы уҡытыу шарттарында файҙаланырға мөмкин, ул республиканың төп электрон журналы - «Башҡортостан уҡытыусыһы» менән берләштерелгән. Материалдар менән теләге булған һәр кем файҙалана ала.

 

 

 

Фото: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы

 

 

Автор:
Читайте нас