МӘҒАРИФ
30 Март 2022, 07:06

Афарин, Хәйбулла ҡыҙы!

Аэлита Сөләймәнова Рәсәй кимәлендәге бәйгелә көмөш миҙал яуланы!

Афарин, Хәйбулла ҡыҙы!Афарин, Хәйбулла ҡыҙы!
Афарин, Хәйбулла ҡыҙы!

26 мартта Мәскәү ҡалаһында "Рәсәйҙең бөйөклөгөнә индергән өлөшөм" Бөтә Рәсәй конференцияһы сиктәрендә уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабы уҙҙы. Был конкурста 2-се Аҡъяр мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Аэлита Сөләймәнова (етәксеһе  Тоҡомбәтова С.М.) ҡатнашты. Ул инглиз теле буйынса эшен лайыҡлы күрһәтте һәм 2-се дәрәжәләге диплом, шулай уҡ көмөш миҙал менән бүләкләнде. Аэлитаны һәм Светлана Маргановнаны юғары ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ! Афариндар! Артабан да шулай булһын!

Автор:Хәйбулла районының мәғариф идаралығы
Читайте нас