МӘҒАРИФ
25 Март 2022, 06:45

Аҡъярҙың 3-сө мәктәбендә ниндәй төҙөлөш эштәре бара?

Буласаҡ белем усағында 100-ҙән ашыу кеше эшләй

Аҡъярҙың 3-сө мәктәбендә ниндәй төҙөлөш эштәре бара?Аҡъярҙың 3-сө мәктәбендә ниндәй төҙөлөш эштәре бара?
Аҡъярҙың 3-сө мәктәбендә ниндәй төҙөлөш эштәре бара?

Хәйбулла районында социаль объекттар төҙөлөштәре дауам итә.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ярайһы уҡ ҡалҡып сыҡҡан Аҡъярҙың 3-сө мәктәбендә булды. Буласаҡ белем усағында 100-ҙән ашыу кеше эшләй. Төҙөүселәр интернат корпусын күтәреп бөтөп, ҡыйыҡты монтажлай башлаған. Йылылыҡ һуҙыу буйынса эштәр тамамланыуға бара. Тәҙрәләр ҡуйылған. Мәктәптең башҡа корпустарының стеналары һалына.

Мәғлүмәт һәм фото район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың сәхифәһенән алынды.

Автор:
Читайте нас