МӘҒАРИФ
20 Марта 2022, 17:32

Йәштәрҙе тәрбиәләү мәктәбе

«Зарница» район уйындарында кем еңде?

Йәштәрҙе тәрбиәләү мәктәбеЙәштәрҙе тәрбиәләү мәктәбе
Йәштәрҙе тәрбиәләү мәктәбе
 

"Демография" милли проектының төп маҡсаттарының береһе - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған һәм физик культура, спорт менән системалы шөғөлләнгән граждандарҙың өлөшөн арттырыу.

Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда балаларға һәм үҫмерҙәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү маҡсатында «Зарница» хәрби-спорт уйынының муниципаль этабын үткәрҙе. Уйында райондың биш белем биреү ойошмаһынан 70-тән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Ярыштарҙың конкурс программаһы түбәндәге этаптарҙан торҙо: 1) команданың визит карточкаһы; 2) хәрби-тарихи викторина; 3) хәрби әҙерлек; 4) физик әҙерлек; 5) туристик ҡаршылыҡтар һыҙаты.

Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар еңеүгә ынтылышын, яҡшы спорт әҙерлеген, етеҙлеген һәм ҡыйыулығын күрһәтте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 2-се Аҡъяр мәктәбенең «Витязь» командаһы (етәксеһе С.Карпов) еңеүсе булды, ә Өфө ауылы мәктәбенең «Егеттәр» командаһы (етәксеһе Р.Кәримов) һәм 1-се Аҡъяр мәктәбенең «Бөркөт» командаһы (етәксеһе Ф.Нураев) хәрби уйындарҙың призёрҙары булды. Еңеүсе һәм призерҙар командалары Хәйбулла мәғариф идаралығы  грамоталары һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. «Юнармия» отрядтары командирҙарының эше айырым рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

 

 

 

фото:Хәйбулла мәғариф идаралығы.

Йәштәрҙе тәрбиәләү мәктәбе
Йәштәрҙе тәрбиәләү мәктәбе
Йәштәрҙе тәрбиәләү мәктәбе
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас