

“Киләсәк уҡытыусыһы” юғары педагогик оҫталыҡ буйынса республика конкурсы һөҙөмтәләре билдәләнде.
Унда Хәйбулла районынан ике педагог ҡатнашты. Шулай итеп, “Мәктәпкәсә тәрбиә һәм белем биреүҙә дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланыу” номинацияһында Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Зилә Айытбаева һәм “Бәпембә” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Гөлгөнә Собханғолова еңеү яуланы.