МӘҒАРИФ
3 Март 2022, 07:07

Ҙур ихтыяж менән файҙаланылған һөнәр

-

Ҙур ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҘур ихтыяж менән файҙаланылған һөнәр
Ҙур ихтыяж менән файҙаланылған һөнәр

Бөгөн уҡыу йортонда ойошторолған вакансиялар йәрминкәһендә лә тиҫтәнән ашыу һыу транспорты предприятиеһы ҡатнашты. Улар 3-5 курстарҙа уҡыусыларҙы производство һәм диплом алды практикаһына саҡырыу маҡсаты менән килгән. Студенттар әйтеүенсә, ойошмаларҙың уҡыу йортона килеп курсанттар менән осрашыуы бик уңайлы. Буласаҡ белгестәргә практика йәки эш урыны эҙләп йөрөргә кәрәкмәй.

Өфө йылға училищеһы республиканың тарихи уҡыу йорттарның береһе, ул 1970 йылдан эшләй. Ә 2005 йылдан алып федераль һыу транспорты академияһының филиалы булып һанала. Бында белем биреү көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә алып барыла. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт эсендә уҡыу йортонда 7 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән. Педагогтар әйтеүенсә, училищеға уҡырға инеү өсөн конкурс һәр ваҡыт юғары. Сөнки йылға һәм диңгеҙ флотында эшләү күп йәштәрҙең хыялы.

Автор:Рәмзиә Кәримова.

Автор:
Читайте нас