

“Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы-2022” бәйгеһе еңеүсеһе, Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы педагогы Баймырҙина Әлфиә Фанияз ҡыҙы Республика кимәлендә уҙған конкурста үҙенең көсөн һанай.
Конкурста республикабыҙҙың өс ҡалаһынан һәм утыҙ районынан 37 педагог көс һынашып, бәйге 3 турҙан торҙо.
Ситтән тороп уҙғарылған “ Интернет-ресурс” этабында - 13,09 балл менән 3 –сө урынды биләй.
Бөгөн республика кимәлендәге Конкурстың 2-се этабына ярашлы “Балалар менән педагогик сара” - онлайн форматта, “Боронғонан киләсәккә – минең Башҡортостаным” темаһына асыҡ шөғөл күрһәтте.
Боронғо башҡорт халҡының йәшәү рәүеше менән балаларҙың күҙаллауҙарын байытыу маҡсатында, балалар ваҡыт машинаһында сәйәхәткә юлландылар. Юл күрһәтеүсе навигатор ярҙамында “ Урал батыр” туҡталышында тәрбиәләнеүселәр “Донъя халыҡтары эпостары геройҙары” күргәҙмәһенән башҡорт халыҡ эпосы геройҙары исемдәрен атанылар, башҡорт халыҡ әкиәттәрен барланылар, мәҡәлдәр әйтештеләр. “Башҡорт халыҡ шөғөлдәре” туҡталышында, балалар башҡорт халҡының шөғөлдәрен барланылар. Борон замандарҙа башҡорттарҙың йылҡысылыҡ, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүҙәрен, тирмәләрҙә йәшәүҙәрен һанап үттеләр. Технологик карта ярҙамында, схемаларға ярашлы умарта, ат, ҡолон, һыйыр, быҙау, һарыҡ ҡоролмаларын йыйҙылар. “Археолог” уйыны барышында тәрбиәләнеүселәр ҡомдо бумала менән һепереп, уның аҫтынан боронғо беләҙектәр, сулпылар, балдаҡтар, тәңкәләр табып, уларҙың атамаларын иҫтәренә төшөрҙөләр, ҡаҙылмаларҙы баҡсабыҙҙағы "Башҡорт тирмәһе" музейына тапшырҙылар. Шөғөл аҙағында “Башҡортостандың киләсәге” интерактив уйыны аша балалар Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген төҙөнө.
Уңыштар һеҙгә, Әлфиә Фанияз ҡыҙы!