

8 февралдән Башҡортостанда сығарылыш кластар уҡыусылары өсөн берҙәм һәм дөйөм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса бушлай онлайн-консультация алып була. Уларҙы предмет комиссиялар эксперттары үткәрә.
Был уҡыусылар өсөн дә, уларҙы имтихандарға әҙерләгән педагогтар өсөн дә файҙалы. Ни тиһәң дә, һәр уҡыусы өсөн ул етди һынау. Юғары уҡыу йортона йәки колледжға уҡырға инеү уның һөҙөмтәләренә бәйле.
Имтихандарға әҙерлек барышында ауырлыҡ тыуҙырған һорауҙарҙы электрон почтаға ебәреп, эксперттарҙан яуап алырға мөмкин.
БДИ (ЕГЭ) буйынса онлайн-консультациялар 24 февралгә тиклем һәр шишәмбе һәм кесаҙна 15.00-дән 17.00 сәғәткә тиклем;
ә ДДИ (ОГЭ) буйынса 2 мартҡа тиклем һәр шаршамбы һәм йома 15.00-дән 17.00 сәғәткә тиклем үтә.
Һорауҙарҙы gia11@rcoi02.ru (ЕГЭ), gia9@rcoi02.ru (ОГЭ) электрон почтаһына алдан уҡ ебәрергә мөмкин.
Дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса материалдар, шулай уҡ консультациялар графигы, трансляцияларға һылтанмалар “Башҡортостан Республикаһының электрон мәғариф” Мәғариф порталында урынлаштырылған.
ЕГЭ:
https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189959/
ОГЭ:
https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189964/
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды