

"Аҡсарлаҡ" балалар сәләмәтләндереү лагерында корпустар ремонтлана башланды.
Эштәрҙең дөйөм хаҡы 6 миллион һум тәшкил итә, шуларҙың 50 проценты - федераль ҡаҙнанан, ҡалған 50 проценты муниципаль бюджеттан бүленгән. Әлеге ваҡытта подрядсы ойошма ҡыйыҡтарҙы һүтеү менән шөғөлләнә. Ремонт эштәрен йәйге һауыҡтырыу кампанияһы башланыуына тиклем үк тамамларға күҙаллана.
фото:Хәйбулла районы хакимиәте