МӘҒАРИФ
29 Ғинуар 2022, 09:01

Һөнәр һайлау – яуаплы эш

Маҡан ауылы клубында балалар өсөн уйын программаһын ойошторҙо.

Һөнәр һайлау – яуаплы эшҺөнәр һайлау – яуаплы эш
Һөнәр һайлау – яуаплы эш

Һәр кеше тормошонда һөнәр һайлау ҙур әһәмиәткә эйә. Был - яҙмыш һайлауы, уны һәр кем үҫмер саҡтан эшләй.

Маҡан ауылы күп функциялы клубының хеҙмәткәрҙәре китапханасылар менән берлектә балалар өсөн "Кем булырға? Нисек булырға?" уйын программаһын үткәрҙе. Балалар викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙе һәм "Һүҙҙе иҫбатла", "Йәш архитектор", "Почтальон" кеүек уйындар уйнаны.

К.Д. Ушинский әйтеүенсә: "Һөнәрегеҙҙе уңышлы һайлап, уға бөтә күңелегеҙҙе һалһағыҙ, бәхет һеҙҙе үҙе табыр". Киләсәктә улар барыһы ла ҡыҙыҡлы һәм файҙалы эш һайлап, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып китерҙәр, тип ышанабыҙ.

 

 

 

 

Маҡан ауылы күп функциялы клубы.

Һөнәр һайлау – яуаплы эш
Һөнәр һайлау – яуаплы эш
Һөнәр һайлау – яуаплы эш
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас