

Аҡъяр тау колледжының 2-се дөйөм ятағында бигерәк тә күңелле.
Студенттар көнө уңайынан бында үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре күңел асыу программаһын ойошторҙо. Командаларға бүленеп, йомаҡтар сисеү, мәҡәләләрҙе иҫкә төшөрөү, әкиәт сәхнәләштереү, пантомимик уйындар егеттәр һәм ҡыҙҙарға бик оҡшаны.
Тағы ла район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан ысын байрам ойошторолдо. Концерт номерҙары, викториналар, динамик уйындарҙан зал гөрләп торҙо.