


Быйыл Республикала 400 кеше сертификат буйынса бушлай белем алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Бындай сертификат нигеҙендә һөнәри, йә иһә быға тиклем алынған һөнәр буйынса өҫтәлмә белем алырға мөмкин. Белем биреү сертификатына рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр, өс йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса ялда булған әсәйҙәр, ҡартлыҡ буйынса страховкалау пенсияһы тәғәйенләнгән граждандар дәғүә итә ала.
10 мең һум күләмендәге сертификат ярҙамында уҡыуҙы тулыһынса йәки өлөшләтә түләп була. Программала ҡатнашыу өсөн үҙеңә махсус реестрҙан өҫтәлмә белем биреү учреждениеһын һәм ундағы кәрәкле йүнәлештәге уҡыу программаһын һайлап алырға, артабан сертификат юллау маҡсатында эш менән тәьмин итеү үҙәгенең яҡындағы филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Өҫтәлмә белем биреү учерждениеһы һәм өҫтәлмә белем биреү программаһы хаҡындағы мәғлүмәттәр реестрын Өфө ҡалаһының эш менән тәьмин итеү үҙәге рәсми сайтында табырға була.
Уҙған 4 йыл эсендә бындай мөмкинлек менән 1445 кеше файҙалана алған.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.