

Уҡыусылар өсөн өсөнсө сирек башланды. Белем усаҡтарында коронавирус таралыу хәүефенә бәйле санитар талаптар үтәлешенә етди иғтибар бүленә. Һәр мәктәптә медицина инспекторҙары дежур итә. Класта балаларҙың 20 проценты ОРВИ менән ауырыһа, бөтә уҡыусылар ҙа карантинға ебәрелә, коронавирус асыҡланған осраҡта класс онлайн уҡыуға күсә. Беҙҙә бөтә санитар талаптар үтәлә, - ти Өфөнөң 161-се лицей директоры Гөлнара Ғимәзетдинова.
Коронавирус таралыу хәүефенә бәйле, республикала күмәк спорт һәм мәҙәни саралар уҙғарыу ваҡыты күсерелә, йыйылыш һәм башҡа күмәк саралар үткәреү тыйыла.