

Ҡышҡы каникулдың һуңғы көндәрендә баш ҡалабыҙҙың Р. Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика интернат-гимназияһында туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт дәүләт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаһының юғары туры уҙҙы.
Бәйгелә республика мәктәптәренән һәм күрше өлкәләрҙән ижади фекерләгән, йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата тәрән ихтирам һәм һөйөү йөрөткән рухлы балалар йыйылды. 218 ҡатнашыусы араһында башҡа милләт балаларының булыуы уларҙың башҡорт телен яратыуын, хатта ярыштарҙа ихлас көс һынашырға теләүен дәлилләй.
Был мәртәбәле бәйгелә беҙҙең район намыҫын Татыр-Үҙәк урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Тимербаева Алтынай һәм 11 класс уҡыусыһы Билалов Нуриман яҡланы. Олимпиада 2 турҙа үтте: 1-се тур – башҡортостан мәҙәниәтенән викторина һорауҙарына яуап биреү, 2-се тур – текст өҫтөндә эш. Етди һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, Тимербаева Алтынай призерҙар исемлегенә инде. Олимпиадала ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусылар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Дипломы менән бүләкләнде.
Хәйбулла районы мәғариф бүлеге исеменән район намыҫын яҡлаусы уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ! Уларҙың етәкселәре Рәйфә Искәндәр ҡыҙы Тулибаеваға һәм Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Назароваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!