МӘҒАРИФ
13 Ғинуар 2022, 10:12

Мәмбәт мәктәбендә бик эшлекле һәм йәнле осрашыу үтте

Мәмбәт һәм Иҫәнгилде мәктәптәре уҡытыусылары педагогик уҡыуға йыйылды

Мәмбәт мәктәбендә бик эшлекле һәм йәнле осрашыу үттеМәмбәт мәктәбендә бик эшлекле һәм йәнле осрашыу үтте
Мәмбәт мәктәбендә бик эшлекле һәм йәнле осрашыу үтте

Мәғариф өлкәһендә төрлө үҙгәрештәр булып тора. Шуларҙың береһе һәм иң мөһиме - яңыртылған ФГОС.

Ул ниндәй талаптар ҡуя, нимәгә иғтибар итергә, дәресте нисек ҡорорға, уҡытыусы ниндәй компетенцияларға эйә булырға тейеш? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы бергәләп табыу маҡсатында 12 ғинуар көнө Мәмбәт һәм Иҫәнгилде мәктәптәре уҡытыусылары педагогик уҡыуға йыйылды.

Был сарала Хайбулла районының Мәғәриф бүлеге белгестәре һәм методистары ҡатнашты: И.Р.Ҡарабаев, З.С.Ирназарова, З.Х.Рәхмәтов.
Осрашыу Мәмбәт мәктәбендә бик эшлекле һәм йәнле үтте. Педагогик уҡыуҙы Мәмбәт директоры Ә.Ә. Мамбәтова башланы. Сараны алып барҙы Мәмбәт мәктәбенең уҡыу буйынса директор урынбаҫары Э.Ф. Каипова. Мәмбәт һәм Иҫәнгилде мәктәптәре уҡытыусылары алдан бирелгән тема буйынса сығыш яһанылар. В.Р.Солтанова инглиз теле дәрестәрендә яңы ФГОС-ҡа ярашлы ҡулланған алымдарын күрһәтеп һөйләп китте, демонстрацион материалдары менән таныштырҙы. Иҫәнгилде мәктәбе директоры Х.Ҡ. Исхаҡов икенсе һәм өсөнсө быуын стандарттары айырмалыҡтарын, ыңғай һәм кире яҡтарын сағыштырҙы. Шул уҡ мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Г.Ғ.Ғәлимова уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын үҫтереүҙә текст өҫтөндә эштең әһәмиәтен асыҡлаһа, Мәмбәт мәктәбенең математика уҡытыусыһы Н.С.Мәмбәтова функциональ шәхес үҫтереүҙә математика дәрестәренең төп сығанаҡ икәнлеген практикала иҫбатланы. Л.Я.Түләшева үҙенең сығышында мәктәп һәм ғаилә бергә эшләгәндә генә баланың киләсәге өмөтлө булыуына баҫым яһаны.


Кәңәшмә һуңында Мәғәриф бүлеге белгестәре һәм методистары көнүҙәк мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәрен бирҙеләр. Осрашыу бик фәһемле һәм файҙалы булды, әммә бик күп һорауҙар ҙа тыуҙырҙы.

 

Автор:
Читайте нас