МӘҒАРИФ
12 Ғинуар 2022, 12:33

Роботтар көс һынашты

Ярыш онлайн тәртибендә үтте, яҙмаһы YouTube-каналында күрһәтелде.

Роботтар көс һынаштыРоботтар көс һынашты
Роботтар көс һынашты

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда “РобоДала-2021” робот техникаһы буйынса чемпионат булды. Уны “Башбаҡыр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Хәйбулла районының Мәғариф идаралығы һәм Сиҙәм ауылы мәктәбендәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәге ойошторҙо. Әйткәндәй, был үҙәк Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы асылғайны.

Әлеге чемпионат Фән һәм технологиялар йылына арналды. Ул белем биреүсе робот техникаһын танытыуға, балаларҙың фәнни-техник ижадын дәртләндереүгә йүнәлтелде. Ярыш онлайн тәртибендә үтте. Чемпионаттың яҙмаһы YouTube-каналында күрһәтелде. Сарала Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Бөрйән, Белорет, Шишмә, Благовар, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Белорет, Туймазы, Октябрьский, Сибай, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Баймаҡ, Гай ҡалаларынан 52 команда, 112 кеше ҡатнашты.

Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Еңеүсе командаларға грамоталар, сертификаттар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

 

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-12/robottar-k-s-ynashty-2651827
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас