

Яңы йыл алды квест-уйыны колледж территорияһы янындағы Мәҙәниәт һәм ял паркында үтте.
Күңелле уйындарҙан, бәйгенән торған уйында беренсе урынды “Супермен”дар яуланы, “Саске” командаһы 2-се урынды, ә “Суперстар” тип аталған педагогтар командаһы 3-сө урынға сыҡты.
Саф һауала үткән яҡшы кәйеф байрамы сәғәт ярым барҙы. Студенттар ҙа, педагогтар ҙа ваҡытты файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрҙе. Квест-уйындан күңелле дискотека менән тамамланды.
ГБПОУ Акъярский горный колледж имени И.Тасимова