МӘҒАРИФ
22 Декабрь 2021, 06:16

Зилиә Кәримова Мәскәүҙән ҡайтты!

Һамар мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булараҡ бүләкләнде

Зилиә Кәримова Мәскәүҙән ҡайтты!Зилиә Кәримова Мәскәүҙән ҡайтты!
Зилиә Кәримова Мәскәүҙән ҡайтты!

Мәскәү ҡалаһында “Беҙ илебеҙ ғорурлығы” тип аталған  тикшеренеү һәм ижади эштәр Бөтә Рәсәй бәйгеһе еңеүселәрен тәбрикләнеләр. 

Улар араһында Һамар ауылы мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Зилиә Кәримова ла бар. Зилиә “Ғаиләбеҙҙең уҡытыусылар династияһы” темаһына тикшереү эше дипломанты булды. Ул 2-се дәрәжә Диплом менән бүләкләнде һәм, әлбиттә, илебеҙҙең башҡалаһына барыуҙан онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды.

Зилиәнең етәксеһе, физика уҡытыусыһы Надежда Чекменева ла Диплом менән бүләкләнде. Уларҙы мәртәбәле еңеүҙәре менән ҡотлап, ижади уңыштар теләйбеҙ!

МОБУ СОШ с.Самарское Хайбуллинский район

https://vk.com/club150898318

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас