

Өфөлә үткән “Башҡортостан өмөтө” форумында Сиҙәм ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фируза Иштәкбаева ҡатнашты.
Унда 2020-2021 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса олимпиадалар һәм конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар һәм педагогтарҙы бүләкләү тантанаһы булды.
Форум программаһы йөкмәткеле булды. Унда интеллектуаль уйындар, файҙалы тренинг һәм оҫталыҡ кластары үтте.