Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
8 Декабрь 2021, 21:57

“Ете аҙым” марафоны старт алды!

2-се Аҡъяр мәктәбендә бөгөнгө көндөң девизы итеп " Башҡорт теле -- иманлы тел" тигән һүҙҙәр алынды #башҡорттелекөнө2021марафон#Аҡмулла #БашҡортТелеКөнө #Ҡоролтай #Курултай #ВсемирныйКурултайБашкир

“Ете аҙым” марафоны старт алды!
“Ете аҙым” марафоны старт алды!

7 декабрь беҙҙең мәктәптә “Ете аҙым” марафоны старт алды!

Бөгөнгө көндөң девизы булып " Башҡорт теле - иманлы тел" тигән һүҙҙәр алынды. " "Башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы көнө" үткәрелде. Тәнәфестәрҙә мәктәп коридорҙары йыр - моңға тулды. Балалар радио аша шиғырҙар уҡынылар, ә "Күпер- ТВ" уҡыусыларҙан интервью алды. 5 г һәм 5 б класының уҡыусылары шиғыр флешмобында актив ҡатнаштылар.


Башланғыс класс уҡыусылары халыҡ уйындары менән таныштылар, тәнәфестә бөтөн класс менән “ Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ “, “ Алмамғош, бирмәмғош “, “Остолар- остолар “, “ Тирмә” , “Аҫҡаҡ төлкө “, “ Сылбыр” уйындарын дәртләнеп уйнанылар.


Ә инде 2г класы уҡыусылары бөгөн мәктәп китапханаһында балалар өсөн башҡортса журналдар менән таныштылар . Ғөмүмән, бөтә үткәрелгән саралар әһәмиәтле, тәрбиәүи, тәрән мәғәнәле булды!


#башҡорттелекөнө2021марафон
#Аҡмулла #БашҡортТелеКөнө #Ҡоролтай #Курултай #ВсемирныйКурултайБашкир
#маоусош2акъяр

 

 

Автор:
Читайте нас: