

Аҡъяр тау колледжында Хәйбулла районы инвалидтар ойошмаһы менән берлектә “Кулинар батл” тип аталған һөнәри бәйге ойошторолдо. Унда 1-се курс студенттарының “Ашнаҡсы, кондитер” төркөмөнән “Аврора” һәм “220 воль” командалары ҡатнашты.
Студенттар өҫтәл сервировкалауҙа оҫталыҡ күрһәтте, яңы йыл темаһына ризыҡтар әҙерләнеләр. Уйын-көлкө лә күп булды. Мәҫәлән, конкурсанттар ҡул менән тотмайынса кәнфитте асып, ашауҙа ярышты. “Золушка”лар бер-береһенә ҡушылған ярмаларҙы айырҙылар. Иң аҙаҡтан студенттар йомоҡ күҙҙәр менән бер-береһен әҙерләгән һыйҙары менән һыйланы.
Сара бик күңелле үтте. Жюри ағзалары ла командаларға юғары баһа бирҙе. Батл һөҙөмтәләре буйынса бәйгеселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Фото һәм мәғлүмәт Аҡъяр тау колледжы төркөмөнән алынды.