

Башҡорт теле - иманлы тел" девизы менән 1-се Аҡъяр мәктәбе радиоһы Аҡмулланың "Нәсихәттәрен"дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып старт алды. Билдәле булыуынса, "Башҡорт теле" көнөнә арналған аҙналыҡ быйыл Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған. Ете көн дауамында уның нәсихәттәренә нигеҙләнеп ҡоролған төрлө саралар, дәрестәр ойоштороласаҡ.
Сығанаҡ: район хакимиәте төркөмө.