

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләү буйынса хәл насарайған осраҡта ҡышҡы мәктәп каникулдарының оҙайтылыу ихтималлығы тураһында белдерҙе.
«Уҡыусыларҙың сирләүен тойһаҡ - әле үк миҙгел киҙеүе башлана - ул саҡта, бәлки, тағы ла бер аҙнаға оҙайтылыр. Унан күберәк түгел. Сөнки беҙ көҙгө каникул буйынса шулай эшләнек, был бик ыңғай һөҙөмтә бирә», - тине «РИА Новости» агентлығына төбәк етәксеһе.
Шулай уҡ республика башлығы, Башҡортостанда Яңы йылға яңы локдаун көтөлмәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әле республикала баланслы сикләү сараһы ғәмәлдә.
фото:Башинформ.