МӘҒАРИФ
25 Ноябрь 2021, 17:41

2-се Аҡъяр мәктәбенең биология уҡытыусыһы Рәмил Акилов ауыл уҡытыусыларының V Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашты

Мәртәбәле сара Мәскәү өлкәһенең Хөкүмәт йортонда һәм Красногорск ҡалаһының 20-се мәктәбендә үтте

2-се Аҡъяр мәктәбенең биология уҡытыусыһы Рәмил Акилов ауыл уҡытыусыларының V Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашты2-се Аҡъяр мәктәбенең биология уҡытыусыһы Рәмил Акилов ауыл уҡытыусыларының V Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашты
2-се Аҡъяр мәктәбенең биология уҡытыусыһы Рәмил Акилов ауыл уҡытыусыларының V Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашты

V Бөтә Рәсәй съезы эшендә ауыл мәктәптәренән 200-ҙән ашыу уҡытыусылар һәм мәктәп директорҙары ҡатнашты.

Башҡортостандан унда 3 ҡатнашыусы булды. Беҙҙең район вәкиле—2-се Аҡъяр мәктәбе директорының мәғлүмәт-коммуникация технологиялары һәм ғилми-методик эш буйынса  урынбаҫары, биология уҡытыусыһы Рәмил Зиннур улы Акилов.

Бөтә Рәсәй съезды эше дискуссия майҙансыҡтары форматында үтте. Унда  ауыл мәктәптәренә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас