МӘҒАРИФ
22 Ноябрь 2021, 08:22

Юл ҡағиҙәләре –беҙҙең дуҫтар

Аҡъяр ауылында мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа тәрбиәләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән “Юл аша сыҡҡанда баланы етәклә” тип аталған акция ойошторҙо. #молодежьбашкортостанасоблюдаетпдд#молодежьбашкортостана#хайбуллинскийрайон#молодежноподростковыйклубнур#МАУМПКНУР  

Юл ҡағиҙәләре –беҙҙең дуҫтарЮл ҡағиҙәләре –беҙҙең дуҫтар
Юл ҡағиҙәләре –беҙҙең дуҫтар

Мәктәпкәсә йәштәге балалар – айырым категория йәйәүлеләр һәм пассажирҙар.

Әле балалар баҡсаларына йөрөгән бәләкәстәр  юл аша сыҡҡанда хәүефте күрә белмәй, шуға күрә юлда автомобиль алдынан йүгереп сығып та китә алалар.  

Юлдарҙа хәүефһеҙлек мәҙәниәтен пропагандалау һәм юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса республика акцияһына ярашлы, “Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылының мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа тәрбиәләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән “Юл аша сыҡҡанда баланы етәклә” тип аталған акция ойошторҙо.

“Нур” клубы активистары  ата-әсәләргә балалар менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында аңлатмалар менән буклеттар тапшырҙы.

                                     


#молодежьбашкортостанасоблюдаетпдд#молодежьбашкортостана#хайбуллинскийрайон#молодежноподростковыйклубнур#МАУМПКНУР

Молодежно-подростковый клуб "НУР"

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас