

Фән көнө сиктәрендә Вәлит ауылы клубында ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сара үтте. Уның барышында балалар ғалим һөнәренең бик кәрәкле һәм мөһим икәнен белде, тап фән беҙгә тирә-яҡ тәбиғәтте, әйберҙәрҙе, күренештәрҙе, кешелек донъяһын белергә мөмкинлек бирә. Клубтың мәҙәни ойоштороусыһы кешелектең заманса фәнни ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар иғтибарына "Рәсәйҙең бөйөк аҡыл эйәләре" презентацияһы күрһәтелде. Балалар "Мин - ғалим" уйынында үҙҙәре ғалим ролендә булды. Бер нисә эксперимент үткәрелде, уларҙың береһе алма менән ине. Алманың ниндәй шарттарҙа ҡарайғанын, һәм быны булдырмаҫ өсөн ни эшләргә кәрәклеге билдәләнде. Үҙенең тикшеренеү һөҙөмтәләренә ысын ғалимдар кеүек шарлы билдәләр менән яҙып барҙылар.
Фото:Вәлит ауылы клубы