

Был аҙнала "Аҡ сәскә" уртансылар төркөмө тәрбиәләнеүселәре һөнәрҙәр донъяһына сәйәхәт иттеләр.
"Нимә ул һөнәр, ни өсөн кәрәк ?", "Үҫкәс кем булам?", "Атай-әсәйемдең һөнәре" темаларына әңгәмәләштеләр , художестволы эстетик белем биреү эшмәкәрлегенән (" Табип беҙҙә ҡунаҡта", " Минең яратҡан һөнәрем") һүрәттәр эшләнеләр, сюжетлы - ролле уйындар уйланылар.
Район үҙәгенең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейына сәйәхәткә барыу аҙнаның үҙенсәлекле бер сараһы булғандыр. Унда балалар төрлө ҡул оҫталары ижад иткән ҡурсаҡтар менән таныштылар, бай мәғлүмәт алдылар.