МӘҒАРИФ
29 Октябрь 2021, 16:44

Һәр һөнәр ҙә мөһим, һәр һөнәр ҙә кәрәкле!"

Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһына йөрөүселәр ҡыҙыҡлы проект барышында һәр яҡлы һөнәр төрҙәре менән генә танышып ҡалманы, ә ата-әсәләренең эш урындарын, ҡайҙа эшләгәндәрен, ниндәй эш ҡоралдары менән эш итеүҙәрен тасуирларға өйрәнделәр

Һәр һөнәр ҙә мөһим, һәр һөнәр ҙә кәрәкле!"Һәр һөнәр ҙә мөһим, һәр һөнәр ҙә кәрәкле!"
Һәр һөнәр ҙә мөһим, һәр һөнәр ҙә кәрәкле!"

Балалар баҡсаһы - ул тәрбиәләнеүселәргә һөнәрҙәр тураһында тәүге белем биреү усағы. Нәҡ баҡсала бала һөнәр төрҙәре менән таныша.

Бында алынған элементар белем бәләкәстәргә атай - әсәйҙәренең профессиялары, эш урындары тураһында фекер йөрөтөргә өйрәтә. Тап ошоларҙы маҡсат итеп "Бал ҡорттары" мәктәпкә әҙерлек  төркөмө тәрбиәләнеүселәре ҡыҫҡа ваҡытлы проект өҫтөндә эшләнеләр. Бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы проект барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар һөнәр төрҙәре менән генә танышып ҡалманылар, ә ата-әсәләренең эш урындарын, ҡайҙа эшләгәндәрен, ниндәй эш ҡоралдары менән эш итеүҙәрен тасуирларға өйрәнделәр. Әлбиттә проекттың был өлөшөн өйрәнергә ата - әсәләр ҙә йәлеп ителде.


Беҙҙең өсөн әле билдәле булмаған ят профессияларҙа ситтә ҡалманы, улар тураһында балалар видеояҙмаларҙан, презентацияларҙан төрлө мәғлүмәт алдылар. Һәр бала һөнәр төрҙәре тураһында шиғырҙар ятланы, Л. Курзаеваның "Кем булырға?", Л. Заикинаның "Һөнәрҙәр бик күп төрлө " исемле әҫәрҙәре, Б. Заходерҙың профессиялар тураһындағы шиғырҙары менән яҡындан таныштылар.


Төрлө сюжетлы уйындар аша һөнәрҙәр доньяһы серҙәренә төшөндөләр, ювилер профессияһы бигерәктә тәрбиләнеүселәрҙең күңеленә ятты. Бергәләшеп "Таш сәскә" картиналарын булдырҙылар.


Проектты йомғаҡлап балалар, "Һәр һөнәр ҙә мөһим һәм кәрәкле" исемле викторина барышында белемдәрен тикшерҙеләр.

 

Автор:
Читайте нас