

Балалар менән осрашыуға Көҙһылыу (Рәмилә Рәүеф ҡыҙы Арсланова) килде. Ул балаларға ҡыҙыҡлы уйындар уйнатты.
Балаларҙың шат тауыштарын ишетеп Ямғыр (Светлана Валерий ҡыҙы Яковлева) килеп етеп, күңелле барған байрамды боҙорға, балаларҙың кәйефен төшөрөргә теләне. Ләкин һәр ваҡыттағыса, балалар уны яҡшылыҡ менән еңделәр: кескәйҙәр уға көҙ тураһында йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр. Ямғыр апайға балаларҙың матур итеп йырлауҙары, шиғыр һөйләүҙәре оҡшап ҡалды, һәм ул байрамға ҡамасауламаҫҡа булды.
Шулай уҡ иғлан ителгән "Алтын көҙ - 2021" шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһалды:
1 урын - Ҡужина Диләрә,
2 урын - Арсланова Нәргизә,
3 урын - Йәғәфәров Асан, Такалова Динара бүлештеләр.
Баймөхәмәтов Ансаф, Ермеева Әминә лә бик әүҙем ҡатнаштылар.
Конкурста ҡатнашыусы тәрбиәләнеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр.
Балаларға байрам бик тә оҡшаны.