Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Октябрь 2021, 08:54

Уҡыусылар өсөн өҫтәлмә көҙгө каникулдар буламы?

Бының тураһында Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәт бирҙе

Уҡыусылар өсөн өҫтәлмә көҙгө каникулдар буламы?
Уҡыусылар өсөн өҫтәлмә көҙгө каникулдар буламы?

Уҡыусылар календарь уҡыу графигына ярашлы 29 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көҙгө каникулдарҙа буласаҡ. Бының турала «Башинформ»ға БР Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

«Уҡыусылар өсөн бер ниндәй ҙә өҫтәлмә каникулдар ҡаралмаған», - тип белдерҙе министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.

Бөгөн ҡайһы бер федераль киң мәғлүмәт сараларында РФ Мәғариф министрлығы 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем иғлан ителгән ял көндәренә өҫтәп мәктәптәрҙә оҫтәлмә каникулдар иғлан итергә ниәтләй тигән мәғлүмәт сыҡты. Бының турала ведомствоның Telegram-каналында ла яҙғандар.

 

 

 

фото:Валерий Шахов

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-10-21/m-kt-p-u-yusylary-s-n-t-lm-k-g-kanikuldar-bulmayasa-2555610

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: