

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡы түләү йәһәтенән тәртип булдырырға ҡушты. Бынан ары мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һәр ҡайһыһы ни өсөн күпме аҡса аласағын аныҡ белергә тейеш.
– Уҡытыусыларҙың күпселеге – яҡынса 96 проценты – үҙ һөнәрен яратҡан һәм ҡәҙерләгән кешеләр. Бындай мөнәсәбәтте хуплау һәм ярҙам саралары булырыу мотлаҡ, – тине Рәсәй Президенты. – Тәү сиратта хеҙмәт хаҡы мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
Владимир Путин педагог һөнәренең абруйын күтәреү өсөн тырыша, уҡытыусыларҙың профессиональ йәһәттән һәм карьера баҫҡысы буйынса үҫешенә булышлыҡ итеүсе милли система төҙөүҙе күҙаллай. “Заман талаптарын, ихтыяждарҙы иҫәпкә алып, булған системаны яңыртырға, ҡеүәтләндерергә тейешбеҙ”, – ти ил етәксеһе.
“Башстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле Башҡортостанда уҡытыусыларҙың айлыҡ уртаса эш хаҡы – 36787,4 һум. Түләүҙәрҙе билдәләгәндә педагогтың белем кимәле, көсөргәнеше, категорияһы, стажы иҫәпкә алына. Шулай уҡ ауыл ерендә, милли мәктәптә, интернатта эшләүселәргә, үҙенсәлекле балаларға белем биреүселәргә, класс етәкселеген алып барыусыларға өҫтәмәләр ҡаралған.
– Был реформаның маҡсаты – эш хаҡының билдәлелеген тәьмин итеү. Төп килемдең тотороҡло үҫеше урындағы етәкселәрҙең ҡарарҙарына ғына бәйле булмаҫҡа, ә һәр кемгә гарантияланырға тейеш, – ти республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Гүзәл Әхмәтшина.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: mediaobzor.com