МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2021, 16:14

Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һаны арттырыла

Былтыр гранттың суммаһы 690 мең һумға тиклем арттырылды. 

Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һаны арттырылаЙәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һаны арттырыла
Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һаны арттырыла

Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү һәм йәш уҡытыусыларға сертификаттар тапшырыу тантанаһында белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың июлендә республика етәксеһе йәш, перспективалы ауыл уҡытыусыларын дәртләндереү өсөн үҙенең указы менән 600 мең һум күләмендә грант булдырҙы. Грантҡа ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптә ике йылдан ашыу эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин (ундағы халыҡ һаны 10 000 кешенән артмаҫҡа тейеш).

2020 йылда гранттың суммаһы 690 мең һумға тиклем арттырылды.

 

 

 

фото: Олег Яровиков

https://www.bashinform.ru/bash/1654197/

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас