МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2021, 15:46

Белемгә табан юл имен булһын!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәренә 140 яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы. Автобус асҡысы алғанға ҡыуанғандар араһында 1-се һәм 2-се Аҡъяр, Подольск мәктәптәре лә бар. Ҡотлайбыҙ!

Белемгә табан юл имен булһын!Белемгә табан юл имен булһын!
Белемгә табан юл имен булһын!

Бөгөн баш ҡаланың "Өфө-Арена" майҙаны алдында республика Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 140 мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы. Сара Уҡытыусылар көнө уңайынан үтте. Асҡыс алған мәктәп директорҙары Радий Хәбировҡа ҙур бүләк өсөн рәхмәт әйтте, дәүләт тарафынан бүлегән иғтибарҙы баһаланы.

Тантаналы сараны асып, республика Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

- Бөгөн бик әһәмиәтле көн. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур. Водителдәрҙең дә эше яуаплы, ә уҡыусыларҙы йөрөткәндәрҙеке айырыуса! Ата-әсәләр һеҙгә донъялағы иң ҡәҙерле кешеләрен – балаларын ышанып тапшыра. Бөгөн республикала 50 меңгә яҡын бала мәктәп автобусы менән белем алырға йөрөй. Уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн беҙ – өлкәндәр яуап бирәбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.

"Бөгөн Өфөнән республиканың һәр районына тиерлек һары мәктәп автобустары тараласаҡ. Ошоноң менән республика мәктәптәренең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙек тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам. Тағы ла ике мең бала йылы һәм заманса автобустарҙа уҡырға йөрөйәсәк. Уларҙың барыһы ла ҡышҡы юлда йөрөү йәһәтенән хәүефһеҙ. Был айырыуса Урал аръяғы райондары өсөн мөһим. Балаларҙың хәүефһеҙлеге – тәү сираттағы бурысыбыҙ", - тип билдәләне Айбулат Хажин.

 

 

Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2021-10-05/belemg-taban-yul-imen-bul-yn-2531857
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас