МӘҒАРИФ
2 Октябрь 2021, 13:02

Балаларҙы "Белем" фестивале көтә

4 - 22 октябрҙә үтәсәк сара тәү сиратта республиканан ситтә йәшәгән йәш милләттәштәребеҙ өсөн. Шарттары - яҙмала.

Балаларҙы "Белем" фестивале көтәБалаларҙы "Белем" фестивале көтә
Балаларҙы "Белем" фестивале көтә

4 октябрҙән 22-һенә тиклем "Бәйләнештә" социаль селтәрендә онлайн форматта "Белем" төбәк-ара мәғариф фестивале үтә.

Унда ҡатнашыу өсөн махсус төркөмдә ошо һылтанма - https://vk.com/belem2021 буйынса инеп теркәлергә кәрәк. Фестивалдең рәсми төркөмөндә көн һайын көндөҙгө 12.00 сәғәттән киске һигеҙгә тиклем балалар өсөн видеоэкскурсия, интерактив, оҫталыҡ дәрестәре, мауыҡтырғыс викторина, билдәле шәхестәр менән әңгәмәләр ойоштороласаҡ. Иң әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр ҙә ҡаралған.

Фестивалдең төп маҡсаты - Башҡортостанда эшләп килгән дөйөм белем биреү учреждениеларын республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә танытыу. Шулай уҡ балаларҙа теүәл фәндәргә, интеллектуаль үҫешкә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Республиканан ситтә йәшәгән ата-әсәләр! Тәү сиратта һеҙҙең балалар өсөн ойошторолған фестивалде иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, бергәләп рухлы, телһөйәр быуын тәрбиәләйек!

 

 

 

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2021-10-01/balalar-y-belem-festivale-k-t-2528079
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас