

Грацтағы EuroSkills-та Рәсәй командаһы составында Сибай күп профилле һөнәри колледжын (“Ташты артхитектура эшкәртеүе, төҙөлөш эштәре” категорияһы) тамамлаған Илнур Шәйхисламов ҡатнаша.
Илнурға – 21 йәш. Ул Сибайҙа тыуған. 2020 йылда Сибай күп профилле һөнәри колледжын “Автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау” йүнәлеше буйынса тамамлаған. Бала сағында рәссам булырға теләгән, тик автомеханик һөнәрен һайлаған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, автомобилде ремонтлау – үҙенә күрә сәнғәт ул. WorldSkills хәрәкәтенә колледждағы уҡытыусыһы ярҙамында килгән. Тап ул егеттең техник мөмкинлектәрен тойомлаған һәм ярыштарҙа – “Ташты архитектура эшкәртеүе, төҙөлөш эштәре” категорияһында – үҙ көсөн һынап ҡарарға тәҡдим иткән. 2018 йылда егет төбәк чемпионатта ҡатнашҡан һәм финалға үткән. Иң яҡшыһы тип танылып, Рәсәй милли йыйылма командаһына саҡырылған.
Илнур – ипле, тәрбиәле, тырыш, көслө ихтыярлы егет, ҡушылған эштәргә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Аныҡ фәндәрҙе өйрәнеү мөмкинлегенең ҙур булыуы архитектура элементтарын төҙөргә ярҙам итә. Таш эшкәртеү буйынса төплө белем алғас, ташты художестволы эшкәртеү менән шөғөлләнмәксе. Ҡасандыр WorldSkills халыҡ-ара чемпионатында ҡатнашҡан Рафаэль Яхин – уның остазы. Әлеге ярыштан һуң Илнур, заман технологияларын һәм иң яҡшы донъя тәжрибәһен өйрәнеп, үҙенең оҫтаханаһында тағы камиллаштырыу өҫтөндә эшләмәксе.
Фото: "Бәйләнештә".