МӘҒАРИФ
22 Сентября 2021, 15:24

12 районда уҡыусыларҙың бер өлөшө дистанцион уҡыуға күсерелә

*

Добавить в предпочтительные источники Google
12 районда уҡыусыларҙың бер өлөшө дистанцион уҡыуға күсерелә12 районда уҡыусыларҙың бер өлөшө дистанцион уҡыуға күсерелә
12 районда уҡыусыларҙың бер өлөшө дистанцион уҡыуға күсерелә

Башҡортостанда 12 райондың ҡайһы бер мәктәптәрендә дистанцион уҡытыу ойошторола. Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 22-23 сентябрҙән Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш, Яңауыл райондарының 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се, 10-сы класс уҡыусылары 14 көнгә дистанцион уҡыуға күсерелә.

«Әлеге сара балаларҙың респиратор инфекциялары, шул иҫәптән һанап үтелгән райондарҙа яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткестәренең юғары булыуына бәйле ҡабул ителде, — тип белдерҙеләр ведомствола. — Һәр мәктәптә санитар-эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сараларҙы ойоштороу буйынса муниципаль оператив штаб ҡарар ҡабул итергә тейеш».

 

Балаларҙың льготалы категорияһына дистанцион уҡыу осоронда аҙыҡ-түлек йыйылмаһын таратыу ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығынан.

 

 

 

 

https://www.bashinform.ru/bash/1648630/

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы