

Өфө ауылы мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары тәүге тапҡыр тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейына экскурсияға килде.
Бәләкәстәр илебеҙ тарихы битен асты, башҡорт халҡы, уның бай традициялары, районыбыҙҙың бай тәбиғәте тураһында мәғлүмәтле булдылар.