

9–10 октябрҙә Өфөлә Х Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” фестивале үтәсәк. 3–17 йәшлек һәләтле балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сарала ҡатнашырға саҡыралар.
Конкурста коллективтар, айырым башҡарыусылар, шулай уҡ сәнғәт һәм музыка башланғыс, урта мәктәптәре һәм урта һөнәрселек училищеһы уҡыусылары, художество үҙешмәкәр артистар “Йыр”, “Хореография”, “Үҙенсәлекле жанр”, “Нәфис һүҙ”, “Музыка ҡоралдары”, “Театр” һәм “Мода” номинациялары буйынса үҙ көсөн һынай ала.
Бәйгелә ҡатнашҡан һәр балаға диплом, бүләк һәм кубоктар тапшырыласаҡ. Йыр буйынса Гран-при яулаған конкурсант сәнғәт училищеһына уҡырға инеү өсөн юғары балл ала. Программаға ярашлы, бейеү, фотоға төшөү, фото, видеоотчет, тәмле сәй менән һыйлау кеүек саралар ҙа ҡаралған. Билдәле сәнғәт әһелдәре оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк – 9 октябрҙә Роберт Әмиров – “Автор хореографияһы”н, Миләүшә Хәйбуллина “Башҡорт бейеүе”н күрһәтәсәк.
Ойоштороусылар конкурстың баһалама төркөмө ағзаларын һайлауға ла етди ҡарай һәм Башҡортостандың, Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә билдәле булған белгестәрҙе саҡыра. Йыр буйынса Башҡортостандың халыҡ артисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының йыр-музыка ҡоралы сәнғәте кафедраһы доценты, йыр сәнғәте һөнәре уҡытыусыһы Тәнзилә Үҙәнбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор, “йыр сәнғәте” предмет-цикл комиссияһы мөдире Римма Садиҡова, Өфө ҡалаһының “Сулпан” балалар ижады үҙәгенең музыка-сәхнә бүлеге мөдире, юғары категориялы эстрада йыры вокалы педагогы Анастасия Коновалова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, джаз һәм эстрада йыры уҡытыусыһы Ирина Остин баһалаясаҡ.
Бейеүҙе баһалауға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллинаны, халыҡ-ара конкурстарҙа Гран-при яулаған, “ТНТ” каналы ойошторған “Бейеү” һәм “Яңы бейеү” телепроекттарында ҡатнашҡан, “Беренсе канал”дың “DANCERЕВОЛЮЦИЯ” телепроектында финалға сыҡҡан Роберт Әмировты саҡырғандар.
“Нәфис һүҙ” һәм “Театр тамашаһы” номинацияларында – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рус дәүләт академия драма театры артисы Айгөл Шакирова, “Музыка ҡоралы” жанры буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире, профессор, сәнғәт фәне кандидаты Флүрә Ситдиҡова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класы уҡытыусыһы, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе директоры Салауат Кирәев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ-ара пианистар конкурсы лауреаты Рөстәм Ғөбәйҙуллин баһалаясаҡ.
Ойоштороусылар конкурс положениеһы менән ентекләп танышып, ҡатнашыу өсөн алдан уҡ ғариза ҡалдырырға кәңәш итә. Уны 25 сентябргә тиклем бирергә кәрәк! Был хаҡта тулы мәғлүмәт менән конкурс сайтында – talanty-bashkortostana.ru, “Бәйләнештә”ге төркөмдә – https://vk.com/talantybashkortostana, “Инстаграм”да – @talantyufa таныша алаһығыҙ. Шулай уҡ уны ойоштороусыларға +7 (965) 645-33-77 (Юлия Рябчинская), +7 (996) 579-21-88 (Наталья Цветкова) шылтырата алаһығыҙ.
- Рәмилә МУСИНА.
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-09-10/m-mkinlekt-n-fay-alanyp-yondo-bul-2500443