МӘҒАРИФ
9 Сентябрь 2021, 16:54

Подольск ауылы балалар баҡсаһында ремонт эше әүҙем бара

Был ауылда балалар һәм ата-әсәләр ҡыуанысына яңыртылған икенсе социаль әһәмиәтле объект

Подольск ауылы балалар баҡсаһында ремонт  эше әүҙем бараПодольск ауылы балалар баҡсаһында ремонт  эше әүҙем бара
Подольск ауылы балалар баҡсаһында ремонт эше әүҙем бара

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә  былтыр Подольск ауылында мәктәптең заманса төҫ алыуы һәм ундағы ремонт эштәренә республика бюджетынан 18 млн. һумға яҡын аҡса бүленеүе тураһында яҙа.

“Балалар баҡсаһын капиталь ремонтлау хаҡы 12 млн. һумдан ашыу тәшкил итә. Бинаның ҡыйығы, тәҙрәләр, иҙән, түбә, инженер коммуникациялар алмаштырыла. Стеналар штукатурлана, шулай уҡ янғынға ҡаршы сигнализация ҡуйыла. Килешеү буйынса, подрядчиктар эште йыл аҙағына тиклем тамамларға тейеш. Бынан тыш,  бөгөнгө көндә Подольск ауылы клубы проекты эшләнә.  Бөтә был объекттар—2019 йылда халыҡ менән осрашҡандан һуң ҡабул ителгән ҡарарҙар һөҙөмтәһе”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас