МӘҒАРИФ
5 Сентябрь 2021, 08:27

Ауыл уҡыусылары, һеҙҙең өсөн!

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы “Минең ерем – минең байлығым!” тип аталған конкурс иғлан итте. Унда ҡатнашып, көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ. Шарттары - яҙмала.  

Ауыл уҡыусылары, һеҙҙең өсөн!Ауыл уҡыусылары, һеҙҙең өсөн!
Ауыл уҡыусылары, һеҙҙең өсөн!

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы “Минең ерем – минең байлығым!” тип аталған балалар һүрәттәре конкурсы иғлан итте. Уға республикалағы ауыл мәктәптәре уҡыусыларының аграр темаға төшөргән рәсемдәре ҡабул ителә.

Ойоштороу комитеты иң ҡыҙыҡлы эштәр өсөн өҫтәмә номинациялар иғлан итеүгә хоҡуҡлы. Конкурста алты йәштән 12 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Был сара “БашИнком” предприятиеһы һәм Башҡортостандың Аграр-сәнәғәт комплексы профсоюзы ярҙамы менән дүртенсе тапҡыр үткәрелә.

Былтыр ошо конкурсҡа 400-ҙән ашыу һүрәт килгән. Балалар үҙ эштәре аша ауылдағы еңел булмаған хеҙмәтте, аграр тармаҡтағы һөнәрҙәрҙең әһәмиәтле икәнен күрһәтә алған. Иң яҡшы һүрәттәр авторҙарына велосипедтар, планшеттар, компьютер кәрәк-яраҡтары бүләк ителгән. Быйыл да һәйбәт приздар көтөлә.

Һүрәттәр 1 сентябрҙән алып 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыусынан ғариза формаһы Ауыл хужалығы министрлығы сайтында (https://apkrb.info/) урынлаштырылған. Бар һорауҙар менән ошо телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин: 8(347) 218-05-44, 218-05-40.

 

 

 

Фото: stihi.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2021-09-05/auyl-u-yusylary-e-e-s-n-2492148
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас