

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә Рәсәй Мәғариф министрлығы вәкилдәре менән берлектә кәңәшмә ойошторолдо. Көн тәртибенә Өфө ҡалаһында Федераль урта һөнәри белем биреү үҙәген төҙөү мөмкинлеге мәсьәләһе сығарылды.
Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалынан һуң “Йәш һөнәрмәндәр” паркында яҡшы итеп йыһазландырылған майҙансыҡ тороп ҡалған. Был - һөнәри белем биреү үҙәген төҙөү өсөн бик уңайлы мөмкинлек.
– Төбәктең ҡеүәте иҫ киткес ҙур һәм ошо әүҙем эштәргә ҡушылыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, – тине Андрей Геннадьевич. – Беҙҙә кадрҙар әҙерләү буйынса тәжрибә етерлек.
Өфө ҡалаһында Федераль урта һөнәри белем биреү үҙәген төҙөү тураһындағы тәҡдимде Рәсәй Мәғариф министрлығы вәкилдәре өйрәнергә әҙер.
Андрей Назаров белдереүенсә, колледждарҙа, шул иҫәптән “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проекты сиктәрендә ҡоролмалар яңыртыла. Әммә эшсе һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләүҙә көслө ынтылыш булһын өсөн федераль үҙәк компетенциялары төҙөргә кәрәк. Унан инде ошо белем усағында тотош илебеҙҙән йыл әйләнәһенә студенттар заманса һәм юғары технологиялы техникала уҡый аласаҡ.
Башҡортостанда 96 һөнәри һәм биш үҙаллы дәүләт белем биреү ойошмаларында (юғары белем алыу) 80 эшсе һөнәре буйынса 136 һөнәргә уҡыталар.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.