МӘҒАРИФ
4 Сентябрь 2021, 16:30

Мәктәптәр өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙы капиталь ремонт программаһына индерәсәктәр

Башҡортостан комплекслы капиталь ремонт программаһына инергә әҙер. 2021 йылда республика был маҡсатта 400 миллион һум бүлгән.

Мәктәптәр өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙы капиталь ремонт программаһына индерәсәктәрМәктәптәр өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙы капиталь ремонт программаһына индерәсәктәр
Мәктәптәр өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙы капиталь ремонт программаһына индерәсәктәр

Башҡортостанда мәктәптәр өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙы капиталь ремонт программаһына индерәсәктәр. «Сириус» белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын комплекслы итеүҙе тәҡдим итә, йәғни унда ремонт ҡына түгел, ә заманса уҡытыу ҡорамалдарын урынлаштырыуҙы ла индереүҙе. Республикала 365 мәктәптә капиталь ремонт башҡарырға кәрәк, был мәғариф учреждениеларының биштән бер өлөшө. Тимәк, 2026 йылға тиклем йыл да 70-ләп бинаны төҙөкләндерер кәрәк.

Төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан комплекслы капиталь ремонт программаһына инергә әҙер. 2021 йылда республика был маҡсатта 400 миллион һум бүлгән. 18 мәктәп, биш балалар баҡсаһы, бер спорт мәктәбе ремонтланған. Быйыл туғыҙ яңы мәктәпте сафҡа индереү күҙаллана, киләһе йыл – тағы алтауҙы. Был 11 мең урын тигән һүҙ. Ағымдағы йылда Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты буйынса федераль бюджеттан ауыл мәктәптәрен ремонтлауға 29 миллион һум аҡса аласаҡ. Был аҡсаға 43 спорт залын яңыртасаҡтар, асыҡ һауалағы биш спорт ҡоролмаһын ҡорамалдар менән йыһазландырасаҡтар.

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡарары менән төбәктә күп йүнәлешле полилингваль мәктәптәр селтәре киңәйә. Был проект ил кимәлендә лә яңылыҡ. Өс йыл эсендә Башҡортостанда  Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала дүрт шундай белем усағы асылған, 2024 йылға йәнә 10-ды төҙөү планлаштырыла.

– Балалар өсөн мәктәп – икенсе йорт. Һәм ул күҙалланған хыялдарға тура килергә тейеш. Яңы мәктәптәрҙә балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең теләге буйынса түңәрәктәр эшләргә, үҙидара үҫешергә тейеш.  Уҡытыусылар балаларға булышлыҡ итһен һәм ошондай проекттарҙа әүҙем ҡатнашһын ине, – тине “Сириус” үҙәге етәксеһенең тәҡдимен хуплап, мәғариф мәсьәләләре буйынса Дәүләт советы ултырышында Владимир Путин.

 

 

 

Валерий Шахов фотоһы, "Башинформ".

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-30/m-kt-pt-r-s-n-oramaldar-atyp-alyu-y-kapital-remont-programma-yna-inder-s-kt-r-2485591
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас