МӘҒАРИФ
27 Август 2021, 06:05

Һаумы, мәктәп! Тиҙҙән белем усаҡтары шау-гөр килеп торасаҡ

Районда 40 мәктәп, 15 балалар баҡсаһы һәм 4 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. Ремонт эштәренә һәм  көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеккә 40 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.

Һаумы, мәктәп! Тиҙҙән белем усаҡтары шау-гөр килеп торасаҡҺаумы, мәктәп! Тиҙҙән белем усаҡтары шау-гөр килеп торасаҡ
Һаумы, мәктәп! Тиҙҙән белем усаҡтары шау-гөр килеп торасаҡ

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы көндәр ҡалды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов  “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә  йәйге осорҙа  белем биреү усаҡтарында ремонт эштәре алып барылыуы, был эштәргә  финанс бүленеүе, ҡайһы бер эштәрҙең әле дауам итеүе тураһында яҙа.

Районда 40 мәктәп, 15 балалар баҡсаһы һәм 4 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. Ремонт эштәренә һәм  көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеккә 40 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.

Шулай уҡ республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса,  12 млн. һумдан ашыу дөйөм суммаға Подольск ауылы балалар баҡсаһында капиталь ремонт үткәрелә.  Һамар ауылында “Һәр баланың уңышы” проекты сиктәрендә спорт залы ремонтланды. “Заманса мәктәп” милли проекты буйынса  “Үҫеш нөктәһе” үҙәге булдырылып,  физика, биология һәм химия  кабинеттары йыһазландырылған.

Степной ауылы балалар баҡсаһында ҡыйыҡты ремонтлау эше тамамлана, Мәмбәт мәктәбендә һәм Бүребай балалар баҡсаһында тәҙрәләр алмаштырылған. Бынан тыш,  белем биреү ойошмаларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә 4 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Барлыҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһында косметик ремонт эшләнгән.  Белем биреү ойошмаларын яңы уҡыу йылына  әҙерләү буйынса саралар күрелгән, технологик ҡоролмалар тикшерелгән.

1 сентябрҙә 4 мең уҡыусы  таҙа һәм йәмле кабинеттарҙа  парталар артына ултырасаҡ.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас