

“WorldSkills»-- йштәр өсөн социаль күтәргестәрҙең береһе. Бында улар үҙҙәренең талантын күрһәтә, ҡыҙыҡлы кешеләр менән аралаша, иң яҡшыларҙың тәжрибәһен өйрәнә һәм яратҡан эшен таба ала.
Ҙур федераль компаниялар әленән үк бөтә ил буйынса “WorldSkills»та ҡатнашыусыларҙы күҙәтәләр. Бындай мәртәбәле сарала ҡатнашыу – йәштәргә эшкә урынлашҡанда өҫтәмә балл бирә. Хәҙер урындағы компаниялар ҙа ошондай практика ҡулланалар. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, бик ҙур телекоммуникация холдингы вәкилдәре Өфө ойоштороусыларына чемпионатта ҡатнашыу теләге менән мөрәжәғәт иткән. Компания эксперттары инициативалы һәм һәләтле йәштәрҙе ҡарап, шунда уҡ үҙҙәренә эшкә саҡырасаҡ.
Йәнә был матди стимул. Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандан еңеүселәргә ҙур суммалы премиялар бирергә ҡушты. Мәҫәлән, еңеүселәр 100-шәр, ә призерҙар һәм уҡытыусылар 50-шәр мең һум аласаҡ.
Фото: РБК Уфа
Подробнее на РБК:
https://ufa.rbc.ru/ufa/26/08/2021/6126a5d29a794762210e0daa