

Быларҙың барыһы ла бында, Башҡортостанда ҡаласаҡ! Һөҙөмтәлә, иҫәпләп сығарыуҙар буйынса, республика колледждары һәм техникумдарының матди-техник базаһы 70 проценттан ашыуға яңыртыласаҡ.
Журналистар ҡыҙыҡлы экземплярҙар араһында ысынға тап килгән ауырлы ҡатын макетын билдәләгән. Унда фельдшерҙар буласаҡ әсәләргә ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Ә бына “бесәй” тренажеры йәш ветеринарҙарҙы бесәйҙәр ғүмерен ҡотҡарырыға өйрәтә.
Иң мөһиме—республиканың барлыҡ уҡыу йорттарында балалар һүрәттәр буйынса түгел, ә заманса ҡоролмаларҙа белем туплаясаҡ. Тураһын әйткәндә, колледж һәм техникумдар бындай сифатлы һәм ҡиммәтле ҡоролмаларҙы үҙҙәре һатып ала алмаҫ ине.
Фото ИА Башинформ
#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа