МӘҒАРИФ
18 Август 2021, 16:08

Азат Бадранов: "Конкурста еңеү еңел бирелмәне"

Заманса кампустар – уңайлы шарттар тыуҙырылған ятаҡтар ғына түгел, ә тотош инфраструктура: фәнни лабораториялар, мәҙәни һәм спорт учреждениелары, ял һәм шөғөлдәр өсөн йәмәғәт урындары.

Азат Бадранов: "Конкурста еңеү еңел бирелмәне"Азат Бадранов: "Конкурста еңеү еңел бирелмәне"
Азат Бадранов: "Конкурста еңеү еңел бирелмәне"

Кисә кис Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов та социаль селтәрҙә Өфөлә вуз-ара кампус төҙөлөүенә ҡағылышлы үҙ фекерҙәрен яҙып сыҡты.


"Республикабыҙҙың битараф булмаған барса граждандарын Өфөлә заманса вуз-ара кампус төҙөүгә конкурста еңеү яулау айҡанлы ҡотлайым! Һәм иң тәүҙә сираттағы еңеүҙәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты, уның Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинды тәбрикләйем, – тигән ул. – Заманса кампустар – уңайлы шарттар тыуҙырылған ятаҡтар ғына түгел, ә тотош инфраструктура: фәнни лабораториялар, мәҙәни һәм спорт учреждениелары, ял һәм шөғөлдәр өсөн йәмәғәт урындары.


Заманса инфраструктура булдырыу, фән һәм белем биреү өлкәһен үҫтереүгә финанс сығымдары һалыу менән алға китешкә өлгәшелә. Проектты тормошҡа ашырып, Өфө федераль округта ғына түгел, тотош ил төбәктәре араһында лидерҙар рәтенә сыға. Был ваҡиғаның әһәмиәте бик ҙур һәм киләсәккә йүнәлтелгән. Әлеге эштең ни хәтлем киң ҡоласлы икәнлеген самалау өсөн Өфөлә белем биреү урындарының бындай ҙур итеп, кварталлап төҙөлөүе уҙған быуаттың 60-сы, 70-се йылдарында ғына булыуын аңларға кәрәк.


Был конкурста еңеү осраҡлы бирелмәне. Ул – системалы ғәмәлдәр сылбырының бер ҡулсаһы. Евразия фәнни-белем биреү үҙәген булдырыу, "Өҫтөнлөк-2030" программаһында ҡатнашыу өсөн юғары уҡыу йорттарын берләштереү буйынса бик ауыр барған эш... Был ваҡиғаларҙың нигеҙендә ниндәй тырышлыҡ ятҡанын мин ишетеп кенә белмәйем. Ҡатмарлы һынауҙар кисерҙек, ә бит бер яңырыш мәлендә лә уларһыҙ булмай. Иҫкене емереү, яңыны төҙөү социаль йәһәттән һәр саҡ ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра, улар аша үтергә тура килә. Был – үҙенә күрә ныҡлыҡҡа имтихан. БГУ һәм ӨДАТУ-ның ғалимдар советтарына рәхмәт: улар төплө аргументтарҙы ҡабул итте һәм беҙҙең идара командаһына ышаныс белдерҙе. Күмәкләп күпте башҡарырбыҙ – республикабыҙҙың асылмаған потенциалы ҙур.


Һәм, ниһайәт, әлеге конкурста еңеү Радий Фәрит улының лоббист булараҡ мөмкинлектәрен, уға федераль кимәлдә ышаныстың ни тиклем ҙур икәнлеген дәлилләне. Радий Фәрит улы төбәктең үҫешенә дәүләт финанстарын йәлеп итеп йөрөүсе "папкалы башҡорт" өлгөһөн үҙе күрһәтә. Был – тулыһынса эшлекле схема.


Ышанмаусылар һәм күрәләтә ҡаршы сығыусылар күп булырын беләм. Етешһеҙлектәр, хаталар эҙләрҙәр, барыһы ла ыңғай түгел, тиерҙәр. Булһын. Ә беҙ артабан да ҡалаларыбыҙҙың, социаль даирәләрҙең, иҡтисади үҙеш зоналарының йөҙөн үҙгәртеү, яҡшыртыу, яңы эш урындары тәьмин итеү маҡсатында тырышасаҡбыҙ".

 

Фото: utv.ru

Автор:Даян Мазитов
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-08-18/azat-badranov-konkursta-e-e-osra-ly-birelm-ne-2469155
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас