МӘҒАРИФ
14 Август 2021, 05:44

Беренсе класс уҡыусыһы күпмегә “төшә”?

Башҡортостанда йәшәгән ғаиләләргә улдарын мәктәпкә әҙерләү өсөн – 19366 һум, ҡыҙҙарын йыйындырыуға 23947 һум аҡса кәрәк буласаҡ.

Беренсе класс уҡыусыһы күпмегә “төшә”?Беренсе класс уҡыусыһы күпмегә “төшә”?
Беренсе класс уҡыусыһы күпмегә “төшә”?

"Башстат" ата-әсәләрҙе уҡыусы балаларын мәктәпкә әҙерләү өсөн күпме аҡса тотонорға тура киләсәге менән таныштыра. Статистар иҫәпләүенсә, бер балаға яҡынса 24 мең һум кәрәк буласаҡ. Айырыуса аяҡ һәм өҫ кейемдәренә мул ғына аҡса китеүе ихтимал. Мәҫәлән, уҡыусы ҡыҙҙы кейендерергә булһағыҙ, 19200 һум самаһы аҡса әҙерләгеҙ, улығыҙға иһә 14616 һум да етәсәк.

Билдәле, уҡыу йылы барышында кәнсә тауарҙары, рюкзак, дәреслектәр мотлаҡ талап ителәсәк. Белгестәрҙең әйтеүенсә, ундай кәрәк-яраҡҡа уртаса 4747 һум китеүе бар. Ғөмүмән, Башҡортостанда йәшәгән ғаиләләрҙән улдарын мәктәпкә йыйыу өсөн – 19366 һум, ҡыҙҙарына 23947 һум самаһы аҡса талап ителә.

Рәсми сығанаҡтарға ҡарағанда, уҡыусыларға сығымдар һиҙелерлек артҡан. Былтыр мәктәп тауарҙары хаҡы ҡыҙ бала өсөн 14,5 мең һум тәшкил итһә, малайҙарҙыҡы  13,8 мең һум ғына булған. Күпмегә артҡанын һәр кем үҙе иҫәпләй ала.

 

 

 

Фото: fulledu.ru

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2021-08-14/berense-klass-u-yusy-y-k-pmeg-t-sh-2465030
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас