

Мәктәп яны базаһында эшләгән “Хәйбулленок” көндөҙгө ял лагерында үҙенсәлекле фольклориада байрамы үтте. Мәктәп территорияһында алты төрлө ил халҡының милли кейемдәрендәге балалар күптәрҙең иғтибарын үҙенә тартты. Урамда үткән осраҡлы кешеләр ҙә, ошонда эшләп йөрөгән башҡа педагог һәм уҡыусылар ҙа матур сараны ихлас ҡыҙыҡһынып күҙәттеләр. Шуныһы үҙенсәлекле: уҡыусылар үҙҙәре кәүҙәләндергән илдәр халҡының милли кейемен, биҙәүес-атрибуттарын күрһәтергә генә түгел, уларҙың телдәрендә һаулыҡ һорашып, рәхмәт әйтеп, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе әйтергә лә өйрәнгәндәр ине. Ә инде ошо халыҡтарға хас уйындар менән мәктәп алды ысын һабантуйға әйләнде.
--Республикала үткән Бөтә донъя фольклориадаһын үҙебеҙ ҙә, уҡыусылар ҙа бик ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Шунан үҙебеҙҙең лагерҙа ла фольклориада ойошторорға тигән уртаҡ фекергә килдек. “Хәйбулленок” лагерындағы малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың дәртләнеп әҙерләнеүҙәрен күрһәгеҙ ине! Һәр отряд бер милләт вәкилдәрен сағылдырҙы, уларҙың телдәрен өйрәнделәр. Байрамға райондың “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбле ағзаларын саҡырҙыҡ. Улар ҙа үҙҙәренең концерт номерын бүләк итте. Республикала үткән күләмле сара—фольклориадала ҡатнашыуҙары, байрам тураһында һөйләнеләр. Мәктәп фольклориадаһы ла бик шәп үтте, барыһына ла оҡшаны,--тине 2–се Аҡъяр мәктәбе янындағы лагерҙың өлкән вожатыйы Айгөл Рәсембәтова.
2-се Аҡъяр мәктәбендәге лагерь (етәксеһе Айгәл Күскилдина) 15 авгусҡа тиклем эшләй. Бөтәһе 170 бала йөрөй, уларҙың 30-ы мәктәп филиалдары булған Федоровка һәм Садовый ауылдарынан. 6 отрядҡа бүленгән ҡыҙҙар һәм малайҙар көн һайын бер “утрау”ға сыға. Мәҫәлән, “Светофор”, “Спорт”, “Экология”, “Ауырыма” утрауҙары. Һәр көнгә берәй рәсми вәкил саҡырыла. “Ауырыма” утрауына район дауаханаһынан, “Светофор”ға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы. Бынан тыш, һәр отярдҡа “Һәр ваҡыт алға атла” мәктәп ирекмәндәре беркетелгән. Улар уҡыусыларға ярҙам итеп, иртәнән кискә тиклем дәртле итеп эшләйҙәр. Бына шулай, мәктәп яны лагерында тормош ҡайнап тора.