МӘҒАРИФ
30 Июль 2021, 07:06

Балалар рәхәтләнеп көс йыйһын

Районда йәйге һауыҡтырыу кампанияһы дауам итә

Балалар рәхәтләнеп көс йыйһынБалалар рәхәтләнеп көс йыйһын
Балалар рәхәтләнеп көс йыйһын

Оҙайлы каникулдар осоронда районда балаларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүҙе ойоштороу буйынса  23 ойошманың эшләүе планлаштырылғайны. “Аҡсарлаҡ” балалар лагеры үҙ эшен дауам итә, унда 4 сменала гүзәл тәбиғәт ҡосағында 400-гә яҡын малайҙар һәм ҡыҙҙар сәләмәтлектәрен нығытты.

5 июлдән  Ивановка, Яңы Ергән, Йәнтеш, Әбеш ауыл белем биреү ойошмаларында көндөҙгө лагерҙарға 165 бала йәлеп ителде. Әлеге ваҡытта Бүребай, Аҡъяр, Подольск һәм Маҡан мәктәптәре базаһында  көндөҙгө лагерҙар гөрләп тора. Улар 570 малай һәм ҡыҙ  ваҡыттарын файҙалып  һәм күңелле итеп үткәрә.

Шулай уҡ 10 белем биреү ойошмаһында хеҙмәт һәм ял лагерҙары эшләне. Бүребай мәктәбе базаһында 15 бала йәлеп ителгән “Йәш геолог” лагеры үҙ эшен башланы. 1 августҡа тиклем Әбеш ауылында  “Патриот” һәм “Зарница” лагерҙары үҙ эшен дауам итә. Хәрби-патриотик рухтағы лагерҙарҙы егеттәр  башланғыс хәпби әҙерлек күнекмәләрен үтеп кенә ҡалмай, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә лә өйрәнә.

Ә бына август башынан 40 бала өсөн “Аҡ ладья” профилле лагеры үҙ ишектәрен аса.

Бына шулай, йәйге каникулдарҙа балалар өсөн уңайлыҡтар булдырылған. Йәйҙең һуңғы айы календарь битен һанай башланы. Яңы уҡыу йылы башланыуға ла иҫәпле көндәр ҡала. Ә шулай ҙа, лагерҙарҙа ял итеп, рәхәтләнеп көс йыйырға була әле.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас