

Йәй төрлө уйындар менән рәхәтләнеп саф һауала уйнай торған ваҡыт. Ә йылға буйында бигерәк тә күңелле.
Татыр-Үҙәк ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Раушания Такалова балалар менән хәкәрәтле уйындар ойошторҙо, ҡыҙыҡлы конкурстар үткәрҙе.
Балалар өсөн тәбиғәт ҡосағында пикник ойошторолдо. Өйҙән алып килгән тәмлекәстәрҙе ауыҙ итеп, уйын-көлкө менән ваҡыттың үткәне лә һиҙелмән. Балалар бындай саранан бик ҡәнәғәт ҡалды.
#Лето#Каникулы#Отдых#Игры#Конкурсы#Пикник#КультураХайбуллы#ТатырузякскийСДК